Баш ҡалала Виктор Цой иҫтәлегенә концерт ойошторолдо

Үлемһеҙ йырсы. Баш ҡаланың «Башҡортостан» сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда билдәле музыкант, автор һәм башҡарыусы Виктор Цой иҫтәлегенә концерт ойошторолдо.

33 йыл элек «Кино» төркөмөн ойоштороусы Виктор Цой юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк була. Әммә өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә сағыу рок-музыкант ижад иткән йырҙарҙы тамашасылар онотмай. Өфөлә үткән концертта бер юлы ике музыкаль төркөм сығыш яһаны. Тамашасыға улар яратҡан автор-башҡарыусылары, рок-музыканттың тиҫтәләгән йырҙарын башҡарҙы. Сараға килеүселәр ҙә яуапһыҙ ҡалманы. Яратҡан музыканты төшөрөлгән футболкаларҙа килеп, танһыҡ композицияларға ҡушылып йырланы, бейергә лә төштө.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ