Дәүләт заказдарын Рәсәй етештереүселәре ярҙамында үтәү йүнселдәр өсөн яҡшы мөмкинлек. Импортты алмаштырыу дәүләт ихтыяждары өсөн заказдар йүнәлешендә ныҡлы үҫешә. Ошо һәм башҡа өлкә мәсьәләләре бөгөн Өфөлә уҙған конференция барышында барланды. Семинарҙы ойоштороусолар - Башҡортостандың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты һәм «Газпромбанк» электрон сауҙа майҙаны.
Белгестәр дәүләт заказдарын алыусыларға йыш осраған хаталарҙы күрһәтте, 223-сө федераль закондағы үҙгәрештәр менән таныштырҙы. Ырымбур белгесе өлкәлә ғәмәлгә ашырылған үҙәкләштерелгән дәүләт һатып алыуҙары тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Конференцияға 250-нән ашыу республика бюджет ойошмалары һәм предприятиеларының һатып алыуҙар өсөн яуаплы белгестәре килгәйне. Ошондай белем саралары даими рәүештә ойошторола.






