Республикала 10 меңдән ашыу белгес коммуналь түләүҙәр өсөн компенсация ала. 68 табип эш урынынан фатирҙар менән тәьмин ителгән. Бынан тыш, ятаҡтарҙа, балалар баҡсаларында урындар ҡаралған. Ошо өлкәлә иң яҡшы төбәктәр тип шулай уҡ Приморье крайы, Татарстан, Архангел һәм Һамар өлкәләре аталған.






