«Ғәҙел Рәсәй» партияһының Башҡортостандағы бүлексәһе онлайн-кәңәшмәлә ҡатнашты

«Ғәҙел Рәсәй» партияһының Башҡортостандағы бүлексәһе партия рәйесе Сергей Миронов етәкселегендәге онлайн-кәңәшмәлә ҡатнашты. Әңгәмә Берҙәм тауыш бире көнө алдынан һайлап алыу кампанияһы нескәлектәренә бағышланды. Фирҡә етәксеһе белдереүенсә, «Ғәҙел Рәсәй» депутатлыҡҡа илдең 77 төбәгендә 7 меңдән ашыу кандидат тәҡдим иткән.

Сергей Миронов төбәк бүлексәләре вәкилдәренә һайлап алыу кампанияһына етди мөнәсәбәттә булырға саҡырҙы. Әйтәйек, фирҡә газеталарында кандидаттар тураһында мәғлүмәттән башҡа, партияның төп ҡимммәттәре урын алырға тейеш. Бынан тыш, парламентарий кандидаттарҙы социаль селтәрҙәрҙә әүҙемерәк булырға саҡырҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ