Һәр проект изге күңелле кешеләр менән бәйле. Башҡортостан Башлығы гранттары фонды быйыл биш конкурс ойоштора. Шул иҫәптән беренсе тапҡыр бәләкәй гранттар уйнатылған. Кино төшөрөүселәр ҙа грант отоуға дәғүә итә. «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ошо турала белдерелде. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Дүрт йыл эсендә 600-ҙән ашыу проект миллиард һумлыҡ ярҙам алған. Был ҡоро һандар артында йөҙләгән кешенең тырышлығы һәм хеҙмәте тора. «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостан Башлығы гранттары фондының дүрт йыллыҡ эшмәкәрлегенә байҡау яһалды, яҡын киләсәккә эш йүнәлеше билдәләнде. Йыл һайын фонд тарафынан конкурстар һаны ғына түгел, грант күләме лә арта.
Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн быйыл биш конкурс иғлан ителгән. Проект яҙыусыларға уңайлы булһын өсөн Башҡортостан Башлығы гранттары фонды яңы платформала эш алып бара. Ул Президент гранттары фонды сайтына оҡшаш. Әткәндәй, Рәсәй кимәлендә проект яҙыу әүҙемлеге һәм ошо проекттарға аҡса йәлеп итеү буйынса Башҡортостан тәүге биш төбәк араһында. Йыл һайын яңы идеялар табып, уларҙы тормошҡа ашырыу, һуңынан грант аҡсаһының һәр һумы өсөн яуап биреү - еңел эш түгел. Өҫтәүенә, проекттар мотлаҡ рәүештә ижтимағи әһәмәтле булырға тейеш. Был йүнәлештә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды уңышлы тәжрибә күрһәтә. Фонд директоры Гөлназ Йосопова һүҙҙәренсә, быйыл башҡорт телен һанлы форматҡа күсереү, методик ҡулланмалар өҫтөндә эшләүсе 34 еңеүсе билдәләнгән. Айырыуса, БашҡортСофт тәржемәсеһе, «СәләмПРО» мобиль ҡушымтаһы һәм аҡыллы колонка проекттарын билдәләп үтергә мөмкин.
Башҡортостан Башлығы гранттары фонды быйыл тәүге тапҡыр бәләкәй гранттар конкурсын үткәрҙе. 55 еңеүсе 500 мең һумға тиклем ярҙам алған. Тағы бер яңылыҡ - киноматография өлкәһе лә конкурста ҡатнаша ала. Кинопроекттарға ихтыяж ҙур, ти «Башҡортостан» киностудияһы етәксеһе. Юнир Әминев һүҙҙәренсә, гранттар конкурсында ҡатнашыусы авторҙар өсөн 50 миллион һум аҡса һалынған, иң яҡшы проект 15 миллион һумлыҡ ярҙамға дәғүә итә ала. Заявкалар 1 сентябргә тиклем ҡабул ителә.
Башҡортостан Башлығы гранттары фондын фильтр менән сағыштырырға мөмкин. Ул иң мөһим һәм кәрәкле проекттарҙы һайлап алып ғәмәлгә ашырырға ярҙам итә.
Әлфинә Килдейәрова






