Йылайыр районындағы йәйге лагерҙа республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған балалар ял итә

«Дуҫлыҡ» дуҫлаштырҙы. Йылайыр районы Юлдыбай ауылы янындағы йәйге лагерҙа республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған балалар ял итә. Был сменаның маҡсаты йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, әхлаҡ төшөнсәләренә өйрәтеүгә арналған. Файҙаллы, күңелле, ә иң мөһиме әҙәпле ял күренештәренә беҙҙең ижади төркөм дә шаһит булды.

Дуҫлыҡ лагерында өсөнсө заезд алдағыларынан айырыла. Был юлы һауыҡтырыу үҙәгенең эшмәкәрлеге әхләҡи, дини тәрбиә биреүгә ҡайтып ҡала. Ял Башҡортостан мосоландарының Диниә назараты менән берлектә ойошторола. Бында егеттәр һәм ҡыҙҙар айырым төркөмдәргә бүленеп, ислам ҡанундарын үҙләштерә.

Файҙалы каникул көндәре. Яңы дуҫтар. Төрлө яҡтан йыйылыуҙарына ҡарамаҫтан, ял итеүсе балалар тиҙ арала уртаҡ тел таба. Иртәнге сәғәттәрҙә дини темаға ҡағылышлы дәрестәр үтә, төштән һуң иһә, спорт уйындары, ярыштар уҙғарыла.

Лагерҙа көнөнә биш тапҡыр туҡланыу ҡаралған. Меню тик хәләл ризыҡтарҙан тора. Ете көнлөк лагерь сығымдарын көпләү ата -әсәләр иҫәбендә.

Альбина Байегетова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ