Был ҙур ҡалалар өсөн ғәҙәти күренеш, тип хәбәр итәләр хакимиәтенән. Халыҡ отпускынан сыға, студенттар һәм уҡыусылар мәктәпкә бара. Бынан тыш ҡала бер нисә урында ҙур ремонт бара. Ағиҙел аша иҫке күпер ябылды. Пугачев һәм генерал Рыленко урамдары төҙөкләндерелә, Шаҡша күперендә ремонт башланды. Халыҡҡа маршруттарын алдан уйлап билдәләргә кәңәш ителә.







