“Тирмәкәй” балалар баҡсалары селтәре “Батыр” хәрби-патриотик паркы” проекты менән “Движение Первых” грант конкурсында еңеү яулаған. Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, проект балаларҙа мәктәпкәсә йәштән гражданлыҡ һәм ватансылыҡ тәрбиәләүгә, уларҙың ялын әүҙем итеп ойоштороуға, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Уның барышында Өфөлә мәктәпкәсә белем биреү төркөмдәре һәм мәктәптәр өсөн хәрби-патриотик парк булдырыла. Стационар комплекстар йыл дауамында эшләйәсәк.







