Автоинспекциянан хәбәр итеүҙәренсә, төп маҡсат - аварияларҙы кәметеү. Водителдәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең ҡағиҙәләрҙе үтәүенә иғтибар бирелә. Быйыл Өфөлә йәйәүлеләр ҡатнашлығында 272 авария теркәлгән. Уларҙа 4 кешенең ғүмере өҙөлгән. 278 кеше йәрәхәттәр алған. 65 авария йәйәүлеләрҙең ҡағиҙә үтәмәүе арҡаһында сыҡҡан.







