Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ишембай районына барҙы

Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар майҙанын реконструкциялау 2024 йылдың аҙағына тамамланасаҡ. Ошо осорҙа Ишембай ҡалаһының Александр Матросов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы ла яңыртыласаҡ. Бөгөн республика башлығы ҡалала йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү барышы менән танышты. Шулай уҡ Ишембай районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Верхотор ауылында булды.

Ишембай ҡалаһының үҙәге - Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар майҙаны. Уны 1969 башҡорт нефтселәренә бағышлап ҡуйылған һәйкәл биҙәй, монумент ҡаланың символы булып тора. 2022 йылда майҙанды реконструкциялауҙың тәүге этабы үткән, төҙөкләндереү эштәре менән республика етәксеһе Радий Хәбиров танышты. Күләмле эштәрҙең икенсе этабын быйыл тамамларға ниәтләйҙәр.

Александр Матросов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында ла бөгөн күләмле эштәр алып барыла. Йәмәғәт биләмәһе «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһына ярашлы төҙөкләндерелә. Әле урында яҡтыртыу бағаналары, видеокүҙәтеү системаһы ҡуйыла, тиҙҙән аллеяла ял итеү өсөн урындар барлыҡҡа киләсәк, фонтан яңыртыла.

Яңы өйләнешкән йәштәр өсөн дә тиҙҙән фото төшөү, ял итеү өсөн урын булдырыласаҡ. Ҡаланың никах һарайы алдындағы майҙан «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә18 миллион һумға төҙөкләндерелә.

Ишембай ҡалаһының 16-сы дөйөм белем биреү мәктәбенә лә нигеҙ 1954 йылда һалынған, ошо осорҙан бирле бинаға капиталь ремонт үткәрелмәгән. Быйыл февралдә урында ниһайәт күләмле төҙөкләндереү эштәре башланған, беренсе сентябрҙә 700 яҡын уҡыусы яңыртылған мәктәпкә уҡырға киләсәк.

Радий ХӘбиров райондың ауыл хужалығына ла иғтьибар бүлде. Зөбәйеров исемендәге крәҫтиән-фермер хужалығы өс йыл дауамында балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнә. 29 гектар майҙанда карп үрсетеү өсөн шарттар тыуҙырылған. Предриятие йылына 20 тонна тауар балығын һатыуға сығара, киләсәктә хужалыҡ продукцияны ыҫлау һәм консервация өсөн ҡоролмалар алырға ниәтләй.

Эш сәфәре барышында республика етәксеһе элекке Верхотур баҡыр иретеү заводы комплексында булды.Революцияға тиклем төҙөлгән бина бөгөн төҙөкләндереүгә мохтаж. Рәсәйҙең сәнәғәт кирбес архитектураһы ҡомартҡыһы бөгөн консервациялау кәрәк. «Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» бөтә рәсәй конкурсында Верхотор проекты конкурста еңеү яулаған. Проектты финанслау күләме 95,340 миллион һум тәшкил итә, шуларҙың 70 миллионы федераль ҡаҙнанан бүленәсәк.

Баҡыр иретеү заводына нигеҙ 1759 йылда һалынған, бина бөгөн мәҙәни мираҫ обьекты булып тора. Уҙған йылда завод биләмәһен 300 ашыу турист ҡараған. Республикала ҡабул ителгән Сәнәғәт мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү стратегияһына ярашлы, киләһе ике йылда завод биләмәһен төҙөкләндереү, туристар өсөн уңайлыҡтар булдырыу ҡаралған.

Лилиә Мәҡсүтова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ