Уларҙың һәр ҡайһыһы республика район-ҡалаларында махсус майҙансыҡтарҙа ойошторолған күсмә семинарҙа уҡыуҙар үтте. Бөгөн йәмәғәт мәғрифәтселек үҙәгендә сәйәси кампанияға әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды. Уҡыу буйынса һөҙөмтәләр яһалды. Күҙәтеүсе-блогерҙар быйыл айырым программалар аша өйрәнде. Һайлауҙарға әҙерлек Республика башлығы Гранты һәм Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ярҙамында тормошҡа ашырылды.






