Республика мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе. 94 йәшендә мәшһүр йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Абдулла Солтанов баҡыйлыҡҡа күсте. Абдулла Афзал улы 1928 йылдың 25 сентябрендә Учалы районы Ҡобағош ауылында тыуған. Хеҙмәт йылдары тулыһынса тыуған ауылында үткән, ул башта Ленин исемендәге колхозда, «Байрамғол» совхозында малсы булып эшләгән.
Халҡыбыҙ Абдулла Солтановты тәрән моң эйәһе, үҙенсәлекле тауышлы йырсы итеп белә. Төрлө йылдарҙа юғары кимәлдәге мәҙәни-ижтимағи сараларҙа ҡатнашып, тамашасыларҙың, йыр-моң һөйөүселәрҙең сикһеҙ һөйөүен, ихтирамын яулаған шәхес ине ул. Абдулла Афзал улы төрлө йылдарҙа Һамар, Ульяновск һәм Мәскәү сәхнәләрендә, Германия, Португалия һәм яҡын сит илдәрҙең ҡалаларында ла сығыш яһаған. Ул башҡарған башҡорт халыҡ йырҙарының яҙмалары радио-телевидение, Өфө һәм Мәскәү институттарындағы фондарҙа һаҡлана.
Абдулла Солтанов менән хушлашыу иртәгә тыуған ауылында үтә.






