Иглин районында «Аҡбирҙе дуҫтарын йыя» тип исемләнгән байрам үтте

Сараға ошо ерлектә тыуып үҫкән һәм бөгөн төрлө тарафтарҙа йәшәүсе яҡташтар йыйылды. Ҡунаҡтар өсөн бай мәҙәни-спорт программаһы әҙерләнгәйне. Декоратив-ҡулланма сәнғәт өлгөләре күргәҙмәһе эшләне, сувенирҙар яһау буйынса оҫталыҡ дәресе, милли уйындар уҙғарылды.

Биләмәлә Аҡбирҙе ауыл биләмәһе умартасыларының бал продукцияһы ла һатыуға ҡуйылды. Сәхнәлә үҙешмәкәр коллективтар йыр-бейеүҙәре менән сығыш яһаны, шулай уҡ байрам сиктәрендә район хакимиәте етәкселеге йәмәғәт тормошонан айырылғыһыҙ булған ауыл активистарын Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ