Ишембай христандары Василий Блаженный көнөн билдәле

Был көндө яҡындарың менән ыҙғышыу, бурысҡа аҡса биреү тыйыла. Киреһенсә, дарыу үләндәрен йыйыу, мохтаждарға ярҙам итеү, ауыр эштәрҙе ҡалдырып тороу зарур. Изге байрам Васильевка ауылы сиркәүендә үтте. Диндарҙар литургия үткәрҙе һәм һыуҙы изгеләштереү йолаһын үтәне. Әйткәндәй, сиркәүҙе ерле халыҡ төҙөгән. Берәүҙәр матди, икенселәр ҡул көсө менән ярҙам күрһәткән. Ауылда йәшәүсе Андреевтар ғаиләһе айырыуса ҙур өлөш индергән. Әүҙем халыҡ биләмәне йәшәлләндергән, сәскәләр ултыртҡан. Бөгөн сиркәүгә күрше райондарҙан да киләләләр.

Сиркәүгә 2012 йылда уҡ нигеҙ һалынғайны. Тик ул саҡта төҙөлөш туҡтап ҡалды. Яҡынса 3 йыл элек тергеҙелде. Ярҙам итеүселәр күп булды, кемдер йөҙөшәр мең һум аҡса бүлде. Сиркәү янында шишмәне төҙөкләндерҙек, беседка ҡуйҙыҡ. Ҡасандыр ҡороған шишмә яңынан атып сыҡты.

Роза Андреева, Васильевка ауылында йәшәүсе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ