“Салауат Юлаев” хоккей клубы генераль директоры Ринат Бәширов ошо турала белдерҙе. Турнир август аҙағында Өфөлә ойошторола. Спортсының исемен мәңгеләштереү буйынса башҡа тәҡдимдәр һуңғараҡ ҡарала. “Салауат Юлаев” командаһының 21 йәшлек һөжүмсеһе 14 августа вафат булды. Уға 2022 йылда баш мейеһе яман шеше диагнозы ҡуйыла. Родион Әмиров “Торонто” командаһы составына индерелә.




