Ремонт эштәре ике төбәк араһында төҙөлгән килешеү нигеҙендә башҡарыла. Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле бинаның түбәһе яңыртыла. Һуңынан белгестәр ишек һәм тәҙрәләрҙе алмаштыра. Шулай уҡ йылытыу ҡоролмалары, һыу һәм канализация торбалары яңыртыла. Йыл аҙағына тиклем Башҡортостан Красный Лучта 57 объектты тәртипкә килтерә.







