Әле мең ярым гектарҙан ашыу майҙан сабылған. Гектарынан 11 центнер уңыш алына. Майлы культура экспортҡа оҙатыла. Йыл башынан Ҡытай, Ҡаҙағстан һәм Европаның ҡайһы бер илдәренә 28 мең ярым тонна етен ебәрелгән. Ул былтырғы менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк.







