«Башҡортостан халҡыбыҙҙың лайыҡлы улы, легендар йырсы, халыҡ артисы Абдулла Афзал улы Солтанов менән хушлаша. Бөтә республика менән бергә ҡайғырам. Туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Бәхил бул, аҡһаҡал. Һинең йырҙарың һәм моңоң үлемһеҙ», - тип яҙған Телеграм-каналда Башҡортостан Башлығы.






