Талпандар әүҙемлеген юғалтмай. Республикала 9 меңдән ашыу кешегә талпан ҡаҙалған. Уларҙың 3 меңе балалар. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 13 кешелә талпан боррелиозы, 7 пациентта вируслы энцефалит асыҡланған.
Август башында фажиғәле хәл булған. Талпан ҡаҙалып, туплы хоккей буйынса Рәсәй чемпионы Евгений Хвальконың ғүмере өҙөлгән. 17 йәшлек спортсы талпан энцефалиты менән зарарланған. Белгестәр әйтеүенсә, талпандар тәүге ҡырауҙарға тиклем әүҙем ҡала. Ҡаҙалған бөжәкте мотлаҡ лабораторияла тикшертергә кәңәш ителә. Үҙәктәрҙең адресы һәм телефоны менән Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәте сайтында танышырға мөмкин.






