Унда Өфө, Нефтекама, Октябрьский ҡалалары, Белорет, Әлшәй, Дүртөйлө, Иглин райондары оҫталары саҡырылғайны. Сарала ҡатнашыусылар башҡорттоң тоғро юлдашы, уң ҡанаты - атҡа арналған өс декоратив туҡыма эшләне.
Осрашыу һөҙөмтәһе булараҡ һәр кемгә сертификат һәм Рәхмәт хаты тапшырылды, урындағы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия уҙғарылды.






