Журналистар Әбйәлил ерендә. Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре бөгөн Яҡтыкүл буйында фестивалгә йыйылды. Сара быйыл “Тыуған яҡҡа һөйөү менән” исеме аҫтында уҙа. Бында тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләре ҡарала, тәжрибә уртаҡлашыу, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов һөйләй.







