Мобилизацияға эләккән һәм үҙ теләге менән Ватан һағына баҫҡан яҡташтарыбыҙға орден һәм миҙалдар тапшырылды. Шулай уҡ Сибай филармонияһы артистары почетлы исем һәм Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Беҙҙең дәүер геройҙары менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина осрашты.
Махсус хәрби операция зонаһынан ялға ҡайтҡан бер төркөм хәрбиҙәрҙе Өфөлә тантаналы ҡаршы алдылар. «Абдулла» ҡушаматлы яугир уҙған йылдың октябренән ил һағында. Күкрәктә балҡыған миҙалдар - ҡаһарманлыҡ билдәһе.
«Абдулла» ҡушаматлы яугир тыуған яғында Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов миҙалына ла лайыҡ булды. Колонна залында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тағы ла ике тиҫтәнән ашыу хәрбиҙе тәбрикләп, дәүләт наградалары тапшырҙы. «Ватан һаҡсылары, офицерҙар, сержанттар, старшиналар һәм рядовойҙар - барығыҙ ҙа ысын геройҙар» - тип республика етәксеһе оло хөрмәтен белдереп .
Махсус хәрби операция башланғандан алып меңдән ашыу яҡташыбыҙ Батырлыҡ, Шайморатов, Салауат Юлаев ордендары, Суворов, Жуков, Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгән.
Тантаналы сараға йыйылыусыларға тыуған илгә һөйөү, туғанлыҡ төшөнсәләре берләштерә.
Бүләкләнеүселәр араһында Сибай концерт-театр берләшмәһе артистары ла бар. Хәмзә ҡушаматлы яугир Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тип танылһа, Хан ҡушаматлы яҡташыбыҙ республика башлығының Рәхмәт хатын алды.
Ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр даими иғтибар һәм хәстәрлек өсөн республика етәкселегенә һәм халҡына оло рәхмәтен еткерҙе. Яҡташтарыбыҙҙың отпускылары тамамланып бара, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланырға ваҡыт. Ҡыйыуҙар һәм ҡурҡыу белмәҫтәр тыуған яҡтан көс алыуын билдәләне.
Гөлназ Хәйбуллина



