Армия -2023 форумында Башҡортостандың тиҫтәнән ашыу оборона-сәнәғәт предприятиелары ҡатнаша

Бөгөндән башлап йәкшәмбегә тиклем Мәскәү өлкәһендәге «Патриот» паркында ойошторолған хәрби-техник күргәҙмә киң тамашаға асыҡ. Армия -2023 форумында Башҡортостандың тиҫтәнән ашыу оборона-сәнәғәт предприятиелары ла ҡатнаша. Экспозицияға Рәсәй һәм сит илдәрҙең хәрби технологиялар өлкәһендәге иң һуңғы ҡаҙаныштары, ҡорал өлгөләре сығарған. Йәмғеһе 28 медән ашыу техника һәм һуғыш кәрәк -яраҡтары менән танышырға мөмкин. Халыҡты иң ҡыҙыҡтырғаны махсус хәрби операцияла ҡулға алынған трофей ҡоралдар. «Патриот» паркынан Айнур Кәбиров яҙмаһы.

Пилотһыҙ осоу аппараттары, үҙйөрөшлө танктар, терминаторҙар. Хәрби эштә хәҙер дрондар һәм роботтар хакимлыҡ итә. Был күренеш ҡорал эшләүҙә лә үҙ ҡағиҙәҙәләрен индерә. Мәҫәлән яңы ҡулланышҡа инә башлаған Армата танктары хәҙер тулыһынса маскировкалау туҡымаһы менән көпләнгән. Был япмалар кеше күҙенән генә түгел, идара ителеүсе ракеталарҙан да һаҡлай. Сөнки танктан сыҡҡан йыйылыҡты төҫмөрләү ҡатмарлаша. Күптәнге таныш т 70, т 80 танктары ла заман талабын күҙ уңында тотоп модернизацияланған. Башнялағы селтәрҙәр матурлыҡ өсөн түгел. Ул да дрондар һәм юғары теүәлле ракеталарҙы эҙҙән яҙлыҡтыра.

Халыҡ- ара мөнәсәбәттәр көйһөҙләнеүгә ҡарамаҫтан, форумға килеүсе илдәр һаны былтырғы менән сағыштырғанда ике тапҡырға артҡан. Экспозицияға 83 ил үҙенең хәрби техникаһын, технологияларын сығарған. Йәмғеһе мең ярым предприятие 28 меңдән ашыу ҡорал өлгөләре тәҡдим итә. Әлбиттә, иң күп экспонат Рәсәйҙән. Уларҙың шаҡтай ҙур өлөшө киң тамашаға тәүге тапҡыр сығарыла. Мәҫәлән, Ярс ракета комплексы. Тополдең модернизацияланған төрө үҙенең ҡиәфәте менән генә лә ҡот осҡолс тойғолар уята. Илдең оборона министрлығы әйтеүенсә, күргәҙмәгә ҡуйылған ҡоралдың күптәре махсус хәрби операцияла уңышлы ҡулланыла.

Рәсәй хәрби техникаһының һөҙөмтәлелеген коллектив көнбайыштың юҡҡа сығарылған ҡоралынан да күрергә мөмкин. Армия 2023 форумында трофей техникаһынан айырым күргәҙмә ойошторолған. Унда төрлө илдәрҙең 870 төрлө ҡорал өлгөһө, һуғыш кәрәк яраҡтары урын алған. Павильон уртаһында мәҫәлән тотош донъяла шау-шыу тыуҙырған Америка ҡушма штаттарының М777 гаубицаһы, Рәсәйҙең Һауа оборонаһы комплекстары менән бәреп төшөрөлгән Хаймарс ракеталары. Пилотһыҙ осоу апараттарына айырым урын бирелгән. Бында иһә күҙгә саҡ салынған дрондарҙан алып Төркиәнең Байраҡтарына тиклем күрергә мөмкин.

Ғөмүмән күргәҙмәлә Украина нацистары артында кемдәр тороуы асыҡ сағыла. Коллектив көнбайыш утҡа май һибеү маҡсатында боронғо ҡорал өлгөләре менән тәьмин итергә лә тартынмай. Украиндар Рәсәй яугирҙарына ҡаршы Бөйөк Ватан һуғышында немец илбаҫарҙары беҙҙең ата-олаталарға атҡан «Гитлер бысҡыһы» тип йөрөтөлгән пулемет та ҡуллана. Ә инде танктарҙың ниндәй генә төрө юҡ. Барыһы ла яуҙа ҡулға алынған.

Барыһы ла яна, шартлай, ватыла. Хәрби бәрелештәрҙә техника расход материалы. Рәсәй ҡоралы ла мәңгелек түгел. Әммә сит илдеке күпкә ҡалышҡанлығы күренеп тора.

Көсһөҙ дошманыңдан да ниндәйҙер һығымта яһарға мөмкин. Трофей техникаһы ла Рәсәй белгестәре тарафынан ентекле өйрәнелә һәм яңылыҡтар ҡулланышҡа индерелә. Ҡулға алынған сит ил ҡоралы ла ҡасанда булһа йөҙҙәрсә яугир ғүмерен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ