2030 йылға тиклем яңы программа әҙерләнгән. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, әле Башҡортостанда 1 мең 600 солоҡ бар. - Солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүселәргә субсидия бирә башлайбыҙ. Башҡорт тоҡомло бал ҡорто, техника, кәрәк-яраҡ алыу өсөн сығымдар ҡаплана. Ғаризалар Ауыл хужалығы министрлығында ҡабул ителә. Тәүге субсидиялар бирелде. Боронғо кәсеп менән шөғөлләнеүселәр араһында йәштәр ҙә бар. Ярҙам итәсәкбеҙ, - тип яҙа Радий Хәбиров.







