Башҡортостанда солоҡ күстәрен 5 меңгә еткереү көтөлә

2030 йылға тиклем яңы программа әҙерләнгән. Республика Башлығы Радий  Хәбиров социаль селтәрҙә  яҙыуынса, әле Башҡортостанда 1 мең 600 солоҡ  бар.  - Солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүселәргә  субсидия  бирә  башлайбыҙ.  Башҡорт тоҡомло бал ҡорто, техника, кәрәк-яраҡ алыу өсөн сығымдар ҡаплана.  Ғаризалар  Ауыл хужалығы министрлығында ҡабул ителә. Тәүге  субсидиялар бирелде. Боронғо кәсеп менән шөғөлләнеүселәр араһында йәштәр ҙә бар. Ярҙам итәсәкбеҙ, - тип яҙа  Радий  Хәбиров. 

Фото №1 - Башҡортостанда  солоҡ  күстәрен  5 меңгә  еткереү  көтөлә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ