Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһында Мөхәмәтсәлим мәсетен асыу тантанаһында ҡатнашты

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Мөхәмәтсәлим мәсете сафҡа инде. Иман йортон асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республиканың дини йәмәғәтселеге, урындағы халыҡ һәм күрше райондарҙа йәшәүселәр ҡатнашты.

Һәр кем үҙ сығышында мәсеткә халыҡтың күпләп йөрөүенә, унда йәмәғәт намаҙҙары ғына түгел, дини байрамдар, никахтар уҙғарылыр, дәрестәр үткә­релер тип ышаныс белдерҙе.

Шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында Сауҙагәрҙәр 2 нөктә 0 ҡунаҡсыллыҡ фестивале үтте. Йәрминкә Салауат Юлаев исемендәге скверҙа ойошторолдо һәм меңәрләгән кешене берләштерҙе . Унда 200-ҙән ашыу эшҡыуар-һөнәрмән үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Сауҙагәрҙәр фестивалендә бай йөкмәткеле тамаша, күргәҙмә, оҫталыҡ дәрестәре һәм балалар майҙансыҡтары эшләп торҙо.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ