Был осоусыларҙың ғына түгел, аэропорт инженерҙары, механиктары, багаж тейәүселәре һәм авиацияға ҡағылышлы башҡа һөнәр эйәләре байрамы. Дата уңайынан самолеттар, парашютистар ҡатнашлығында төрлө һауа шоуҙары күрһәтелде, лайыҡлылар маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Һауа геройҙары тураһында Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһы.
Ел дә ҡыуып етмәҫ бейеклектә Первушин аэродромы осоусылары. Бәләкәй авиация летчиктары юғары пилотаж элементтарын күрһәтә - «йөрәк», «вентилятор» һәм башҡалар. Балыҡ үҙен һыуҙа ирекле тойһа, улар болоттар араһында. Рафаил Йәғәфәров өсөн дә һауа - ул икенсе өй. Авиация пенсионеры тәжрибәһе - 14 мең сәғәттән ашыу. Был ике йыл һауанан төшмәү йәки Ер шарын 60 тапҡыр урап сығыуға тиң. Штурвал артына күптән ултырғаны юҡ. Һағындыра.
Экстремаль авиация күренештәре береһен дә битараф ҡалдырманы. Элементтар ваҡытында самолеттар араһында 5 метрҙан кәмерәк ара ҡала. Быға тик оҫталар ғына ирешә ала. Юҡҡа ғына «Первушин» осоусылары даны бөтә илгә таралмаған. Тамашаны парашютистар сығышы дауам итте.
Ошондай уҡ күренеште «Өфө» халыҡ-ара аэропорты күгендә күҙәтергә мөмкин ине. Улар араһындағы Николай Муравьев һөнәри байрамы менән бергә 50 йәшлек юбилейын да билдәләй. Тыуған көнөндә һауанан 3231-се тапҡыр һикергән. Бының менән генә сикләнергә йыйынмай.
Майҙанға аэропортың ба гаж тейәүселәре, механик, техниктары, уларҙың ғаиләләре йыйылған. Сөнки Һауа флоты көнө - уларҙың да көтөп алған байрамы.
Быйылғы байрам үҙенсәлекле. Граждандар авиацияһына нигеҙ һалыуға илдә - 100, ә Башҡортостанда - 90 йыл тула. Самолеттар үҫешә, техника алға китә, әммә берәү үҙгәрешһеҙ ҡала: пилоттар һауаға мәңге ғашиҡ.
Рәзилә Ғиниәтуллина






