Өфө хәрби авиация летчиктар училищеһын тамамлаусылар 30 йылдан һуң осрашты

Юбилей осрашыуына 20-нән ашыу сығарылыш уҡыусыһы килде. Осоусы һөнәрен һайлаған курсташтар Өфө, Мәскәү, Воронеж һәм илдең башҡа төбәктәрендә йәшәй. Училищела 1700 самаһы осоусы уҡытып сығарылған.

1993 йылдан алып юғары хәрби летчиктар училищеһы юҡ. Уны тамамлаусылар 5 йыл һайын үҙҙәренә һауа киңлектәрен асҡан белем усағында йыйыла.

Училищены тамамлағас алыҫ Көнсығышҡа ебәрҙеләр. Хабаровскийҙа 27 йыл хеҙмәт иттем. Подполковникмын, әле Воронежда уҡытыусы булып эшләйем. Беҙҙең сығарылыш легендар булды тип әйтә алм, һәр беребеҙ үҙ һөнәрендә юғары бейеклектәргә ирешкән.

Андрей Васьковский, Өфө юғары хәрби авиация летчиктар училищеһын 1993-сө йылда тамамлаусы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ