Мәскәүҙәге Коррекцион педагогика институты Башҡортостан уҡытыусылары өсөн стратегик сессия уҙғара

Уҡыуҙар Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты нигеҙендә ойошторолған. Стратегик сессия модераторы булараҡ Коррекцион педагогика институты директоры, педагогия фәндәре докторы Татьяна Соловьева сығыш яһай.

Практик дәрестәрҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы уҡытыу буйынса мөһим һорауҙар ҡарала, уҡытыусыларҙы беренсе сентябрҙән ғәмәлгә инәсәк үҙгәрештәр менән таныштыралар. Шулай уҡ педагогтар Берҙәм федераль адаптив белем биреү программаһына ярашлы уҡытыу нескәлектәренә төшөнә.

Балалар менән эш итеүҙән тыш, кадрҙар дефициты шарттарында белгестәр әҙерләү мәсьәләһе лә ҡарала. Стратегик сессия һөҙөмтәһе булараҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы уҡытыуҙа һәм был системаны үҫтереүҙә аныҡ ҡарарҙар һәм тәҡдимдәр әҙерләнәсәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ