Тарихтан киләссәккә күпер һалыусы. Башҡорт халыҡ йыры «Шәүрә» ны яратып башҡарған археология ҡомартҡылары иле батшаһы. Был һүҙҙәр алҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, билдәле ғалим Нияз Мәжитовҡа ҡарата әйтелгән. Уны замандаштары шулай уҡ башҡорт археологияһына нигеҙ һалыусыһы булараҡ та белә. Бөгөн тарих фәндәре докторы, академик Нияз Мәжитовҡа 90 йәш тулған булыр ине. Тарихта тәрән эҙ ҡалдырған тарихсы тураһында БЮТ хәбәрсеһа Азат Ғәлиуллин..
Нияз Абдулхаҡ улының башҡорт археологияһына индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Миҫал өсөн Өфө II ҡаласығы ғына алайыҡ. Уҙған быуаттың 50-се йылдарында баш ҡала аҫтында археология ҡомартҡыһы барлығы билдәле булһа ла, эҙләнеү эштәре тик 2006 йылда башлана. Белгестәр бик күп артефакттарға юлыға. Уларҙың V-XVI быуаттарға ҡарағанлығы дәлилләнә. Өҫтәүенә, академик бығаса Көньяҡ Уралдың боронғо тарихын Себер, Кавказ, Ҡаҙағстан, Волга буйында йәшәгән халыҡтарҙың тарихынан сығып күҙаллауҙарҙы кире ҡаға. Был ерҙәр башҡорттарҙың боронғо төйәге икәнлеген асып һала.
Көтмәгәндә, археология фәне өлкәһендә генә түгел, башҡорт халҡы тарихында сенсация булырлыҡ асыш яһай ғалимдар. Әле был ҡаласыҡ Өфө II шартлы исем аҫтында билдәле.
Юҡҡа ғына, халыҡ Нияз Абдулхаҡ улын ҡомартҡылар иле батшаһы тип атамаған. Бөгөн ғалимға 90 йәш тулған булыр ине. Үҙе китһә лә, уның бөйөк хеҙмәте йәшәй. Нияз Мәжитовты хөрмәтләп иҫкә алырға халыҡ йәнә ул йәшәгән йортҡа йыйылды. Тарихсы-археологҡа ҡарата бик күп ихтирам һүҙҙәре әйтелде. Уның киң яҡлы эшмәкәрлеге айырым билдәләп үтте.
Ғалим һалған юлды әле ул әҙерләп сығарған йөҙәрләгән уҡыусыһы дауам итә. Был эштәренә ҡарап, ысынлап та, Нияз Мәжитов үҙенә һәйкәл ҡойҙо тип әйтергә мөмкин. Шулай ҙа, ниндәй генә юғары ҡаҙаныштарға ирешеүенә ҡарамаҫтан, Нияз Абдулхаҡ улы барыбер ябай кеше булып ҡала белде. Кешелеклек, ғәҙеллек кеүек сифаты шәхестең булмышы ине. Нияз Абдулхаҡ улы һалған нигеҙ киләсәктә лә үҙ емешен бирәсәгенә өмөт уята. Бөгөн Борай районында алып барылған археологик ҡаҙыныуҙар, Шишмә районы Турахан кәшәнәһе эргәһендәге Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы төҙөлөшө әле эштең башы ғына.
Азат Ғәлиуллин






