Күләмле сара 2007 йылдан алып ойошторола, әммә һуңғы өс йылда коронавирус инфекцияһына бәйле уҙғарылмаған. Оҙайлы тәнәфестән һуң талантлы йәштәр Ҡала мәҙәниәт һарайында осрашып, косплей, бейеү, вокал йүнәлештәре буйынса ярыша. Билдәле булыуынса, конкурс программаһына ярты меңдән ашыу кеше теркәлгән. Дөйөм бүләкләү фонды 200 мең һумдан ашыу. Сара сиктәрендә тематик лекциялар ҙа үтә.
Фестиваль майҙансығында популяр әҫәрҙәр буйынса тауарҙар менән йәрминкә эшләй. Йәш авторҙар ижади проекттары менән сығыш яһай. Шулай уҡ киберспорт зонаһы булдырылған. Бейеү флешмобында ҡатнашырға мөмкин.



