Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән Сауҙагәрҙәр 2.0 фестивалендә ҡатнашты

Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән Сауҙагәрҙәр 2 нөктә 0 фестивале меңәрләгән кешене берләштерҙе. Кәсепселәр һәм эшҡыуарҙар әҙерләгән күргәҙмә менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров танышты. Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында республика етәксеһе яңы иман йортон асыу тантанаһына йыйылған халыҡты тәбрикләне, сәнәғәт предприятиеһы эшмәкәрлеген баһаланы. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы үҙәге уҙған быуаттарҙа шау-гөр килеп торған йәрминкәне хәтерләтә. Һатыуға ҡуйылған татлы ризыҡтар, кәсепселәрҙең ҡул эштәре, сувенирҙар Сауҙагәрҙәр 2 нөктә 0 ҡунаҡсыллыҡ фетсиваленең биҙәп торҙо. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәк оҫталарының күргәҙмәһе менән танышып иң яҡшы меценаттарҙы бүләкләне.

Фестивальдә 200-ҙән ашыу эшҡыуар-һөнәрмән үҙ тауарын тәҡдим итте. Сауҙагәрҙәр фестивалендә бай йөкмәткеле тамаша, күргәҙмә, оҫталыҡ дәрестәре һәм балалар майҙансыҡтары эшләп торҙо.

Башҡортостанда туризм тармағын үҫтереү өсөн үткәрелгән байрамдың быйыл төп өлөшө сәйәхәттәр темаһы менән бәйле булды. Төбәктә яңы маршруттар һәм экскурсиялар проекттары менән презентациялар үтте.

Стәрлетамаҡ ҡалаһына эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мөхәмәтсәлим мәсетен асыу тантанаһында ҡатнашты. Дини йәмәғәтселекте, урындағы халыҡты һәм күрше райондарҙа йәшәүселәрҙе берләштергән иман йорто төҙөлөшө 2012 йылдан башланып ниһәйәт тамамланған.

Яҡты, ҙур, матур мәсеттә йәмәғәт намаҙҙары ғына түгел, дини байрамдар, никахтар уҙға­рылыр, дәрестәр үткә­релер тип көтөлә. Заманса комплексҡа мәсет һәм мәҙрәсәнең уҡыу корпусы ғына түгел, автомобилдәр ҡуйыу урыны, ашхана, ҡунаҡтар залы ингән.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Башпласт» предприятиеһы эшмәкәрлеге менән дә танышты. Төҙөлөш, транспорт сәнәғәтендә , электр ҡоролмаларын етештереүҙә ҡулланылған материалдарҙы эшкәртеүсе завод майҙаны киңәйтелгән, Стәрлеләр өсөн яңы эш урындары булдырылған.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ