Эрис тип аталған штамм Бөйөк Британия, Ҡытай, Америка ҡушма штаттарында - барлығы 51 илдә таралған. Рәсәйҙә әле вирустың 17 осрағы теркәлгән. Яңы штамм Омикрондың бер төрө, ул тиҙ тарала һәм юғары үлем осраҡтары менән башҡа штаммдарҙан айырыла. Ауырыуҙы йоҡторғанда йүтәл, юғары тән температураһы, тамаҡ ауыртыуы, хәлһеҙлек күҙәтелә. Балаларҙың тәне сабыртыуы ихтимал. Әле поликлиникаларҙа грипп һәм короновирустан бушлай вакцина эшләтергә мөмкин. Табиптар күҙҙалауынса, сирлеләр һаны октябрҙә артыуы ихтимал.






