«Башҡорт батальоны» телеграм-каналы ошо турала хәбәр итә. Әхмәт Дәүләтов 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы медицина-санитар эскадроны командиры була. Һуғыштың аҙағына тиклем алғы һыҙыҡта яралы һалдаттарҙы дауалай. Легендар табип 3 мең 600 яугирҙең ғүмерен ҡотҡарып ҡала тигән мәғлүмәт бар. Табип хаҡындағы картинаның сценарийы тулыһынса әҙер. Ижади төркөмгә геройҙың бүләсәре Ангелина ярҙам итә. Башҡортостанда Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы төҙөлдө. Ул «Башҡортостан» мото уҡсылар полкы составына инә.






