Башҡортостан төҙөүселәре көсө менән Красный Луч ҡалаһында күп функциялы үҙәк сафҡа инде

Башҡортостан төҙөүселәре көсө менән Луганск халыҡ республикаһы Красный Луч ҡалаһында күп функциялы үҙәк сафҡа инде. Объект 80 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Унда халыҡҡа 40 төрҙән ашыу дәүләт хеҙмәте күрһәтеләсәк. Луганск халыҡ республикаһы Красный Луч районы 112-се башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатов һәм уның яуҙаштарының һуңғы төйәге. Шуға ла республика башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Башҡортостан был төбәкте шефлыҡҡа алды.

Красный Луч халҡына төрлө йүнәлештә адреслы ярҙам күрһәтелә. Күп функциялы үҙәккә урында ихтыяж ҙур ине. Әлеге объект 400 квадрат метр майҙанды биләгән тарихи бинала урынлашҡан. Уға республика төҙөүселәре көсө менән капиталь ремонт яһалды, кәрәкле техника һәм мебель һатып алынды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ