Сираттағы оператив кәңәшмә барышында подъездар, ихата һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса тормошҡа ашырылған программалар үтәлеше ҡаралды. «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы һөҙөмтәләре һәм хеҙмәт баҙарындағы хәл барланды. Аҙналыҡ кәңәшмәнән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәне һөйөнөслө ваҡиғанан башланы. Ике меңенсе йылдар башында респбулика хөкүмәтен етәкләгән Рафаэль Байдәүләтов 80 йәшлек юбилейы уңайынан Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Республикаға тоғро хеҙмәт һәм фиҙаҡәрлек лайыҡлы баһа алды.
Халыҡтың именлеге тураһында хәстәрлек - республика социаль сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше. Быйыл «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы барышында ғына дүрт меңгә яҡын сирле асыҡланған, яман шеш, шәкәр диабеты, туберкулез, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына шик булған паиценттарҙың барыһы ла өҫтәмә медицина тикшереүенә ебәрелгән.
Оператив кәңәшмә барышында хеҙмәт баҙарындағы хәл дә ҡаралды. Йыл башынан теркәлгән эшһеҙлек кимәленең кәмеүе, вакансиялар һаны артыуы күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж да юғары.
Быйыл Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙың капиталь ремонтына алты миллиард дүрт йөҙ миллион һум йүнәлтелгән. Программа сиктәрендә 25 муниципалитетта 730 төр эш башҡарыу ҡаралған.
Күп фатирлы йорт подъездарын комплекслы ремонтлау программаһы сиктәрендә эштәр 21 ноябргә тиклем тамамланырға тейеш. Дөйөм финанслау күләме - 732 миллион һум тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә 206 ихата биләмәһе төҙөкләндерелә, уларҙың 82-һе тулыһынса әҙер булыуы билдәләнде.
Гөлназ Хәйбуллина



