Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу 54 процентҡа теүәлләнгән, ике миллион тоннаға яҡын уңыш келәттәргә оҙатылған. Уртаса гектар ҡеүәте 20 центнер. Был миҙгелдә ярауайға ҡарағанда, ужым бойҙайының уңдырышлығы 8-10 центнерға юғары. Ауыл эшсәндәре иртә майлы культуралар йыйыуҙы ла тамамлау алдында. Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, ураҡ эштәрен тамамлау өсөн республика хужалыҡтарына тағы ла 80 мең тонна дизель яғыулығы һатып алырға кәрәк.






