Башҡортостан хужалыҡтары ужым культураларын сәсеүгә төштө

Шишмә районынында 300 гектар майҙанда арыш орлоғо сәселгән. Ауыл эшсәндәре әле ужым бойҙайы баҫыуына күскән. Игенселәр менән БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова осрашты

Ерҙәге ҡыҙыл бөртөктәр - ужым бойҙайы, ул ҡоротҡостарҙан эшкәртелгән. Орлоҡто ергә 3-4 сантиметр тәрәнлектә сәсәләр. Йәй ҡоро килеү сәбәпле, ерҙең дымы әҙерәк, ти хужалыҡ агрономы, әммә сәсеү эштәрен ваҡытында башҡарыу мөһим.

Хужалыҡ 300 гектар майҙанда арыш ултыртҡан. Алда 750 гектарҙа ужым бойҙайын сәсеү бурысы тора. Орлоҡто баҫыуға көнөнә 4 тапҡыр Илшат Бәҙретдинов килтерә.

Сәсеү агрегаты бер юлы баҫыуға ашлама индерә, файҙалы ҡатнашма гектарына 70 килограмм миҡдарҙа сарыф ителә.

Хужалыҡ арпа баҫыуынан гектарынан 26 центр уңыш йыйыуыға ирешкән. Бер мең тоннанан ашыу алтын бөртөктәр келәттәрҙә һаҡлана. Артабан ауыл эшсәндәре ҡарабойҙай баҫыуына төшөргә ниәтләй.

Ырҙын табағында йыйып алынған уңыш сүптән таҙартыла, артабан бураларға оҙатыла. Йылына ҡарап, уңыш уртаса күрһәткестәргә тап килә, тип билдәләй белгестәр.

Көҙгө сәсеү эштәрен «Нива» хужалығының Шишимә бүлексәһе аҙна-ун көндә тамамларға ниәтләй. Артабан ер хужаларын сөгөлдөр һәм көнбағыш баҫыуҙары көтә.

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ