2023 йылда баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә

Августың һуңғы көндәрендә сауҙа үҙәктәрендәге иң үтемле тауар мәктәп кәрәк-яраҡтары. Ата-әсәләр ғаилә бюджетын планлаштырып малай-ҡыҙҙарҙы уҡыу йылына әҙерләй. Мәктәп тауарҙарына хаҡтар нисек? Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Уҡыу йылы башланырға һанаулы көндәр ҡалды. Сауҙа үҙәктәрендә мәктәп йәрминкәләре гөрләй. Күлдәк, костюм-салбарҙар, кәнсә тауарҙарына ихтыяж артҡан осор. Һатыусылар әйтеүенсә, хаҡтар уҙған йыл хаҡтары менән бер сама.

Баланы мәктәпкә әҙерләү ғаилә бюджетының август айындағы мөһим өлөшө. Ата-әсәләр әйберҙең сифатын, фасонын, етештереү төбәген иҫәпкә алып ғәзиз балалары өсөн финанс мөмкинлектәренә ҡарап тырыша.

Мәктәп тауарҙарының сифатына килгәндә белгестәр кейем-һалым етен, кашемир, йөн туҡымаларҙан булырға тейеш тип билдәләй. Тирләтмәгән һәм шыумаған аяҡ кейеме кәңәш ителә.

Рәсәй статистика хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, быйыл мәктәпкә малайҙы әҙерләү өсөн 22 , ҡыҙ баланы йыйыу өсөн 27 мең һум самаһы аҡса тотонола. Мәктәп кәрәк-яраҡтары хаҡы быйыл 7 процентҡа артҡан һәм 13 мең һум тәшкил итә. Өфөлә ойошторолған мәктәп йәрминкәләре үҙ эшен август аҙағына тиклем дауам итә.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ