Ошо уңайҙан ҡала һәм ауылдарҙа саралар ойошторола. Өфөлә “Берҙәмлек байрағы” тигән автоуҙыш үтә. Ул Еңеү Паркында башлана һәм “Патриот” хәрби паркында тамамлана. Акцияла йәмәғәт ойошмалары һәм хәрби-патриотик клуб вәкилдәре ҡатнаша. Старт көндөҙгө сәғәт 12-лә бирелә. Ил президенты Владимир Путин Рәсәй флагы көнө уңайынан халыҡҡа мөрәжәғәт итте.







