21 муниципалитетта 760-ҡа яҡын подъезда комплекслы ремон ҡаралған. Был маҡсатта 732 миллион һум аҡса бүленгән, шул иҫәптән республика бюджетынан – 660 миллион һум. “Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауҙы 21 ноябргә тамамлау күҙаллана”, - тип белдерҙе Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова.







