Рәсәй халыҡтар йорто “СВОи – Үҙебеҙҙекеләр” проектының яңы этабын башланы

Ул махсус хәрби операция барышында милләт-ара дуҫлыҡҡа арнала.  Ойоштороусылар яугирҙәрҙең батырлығын сағылдырған материалдар туплай.  Алғы һыҙыҡта алышҡан һалдаттар хаҡында фото, видео әҙерләргә кәрәк. Герой тураһында тулы белешмә биреү, уның милләтен күрһәтеү мотлаҡ. “Батырҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Беҙҙең маҡсат – ил халҡы өсөн мөһим булған архив туплау”, - тип белдерә ойоштороусылар. Проект тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Рәсәй халыҡтар йорто сайтында һәм социаль селтәрҙә танышырға мөмкин.

Фото №1 - Рәсәй халыҡтар йорто “СВОи – Үҙебеҙҙекеләр” проектының яңы этабын башланы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ