Өфөлә «Башҡортостанда Рәсәйҙе өйрәнәбеҙ» туристик программаһы ойошторолдо

24 июндән 22 августҡа тиклем юғары уҡыу йорто Рәсәйҙең яңы субъекттарынан: Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан, Запорожье өлкәһенән Рәсәй субьекттарынан 511 өлкән класс уҡыусыларын ҡабул итте. Тәүге дүрт сменала 227, ә ҡалған өсәүһендә 284 уҡыусы өҫтәмә үҫтереү программаһы буйынса профилле лагерҙа ял иткән. 14-17 йәшлек үҫмерҙәр профориентация, мәҙәни-ағартыу, ижтимағи-сәйәси йүнәлеш буйынса программаларҙа ҡатнашҡан. Башҡортостан миҫалында Рәсәйҙе өйрәнеү прграммаһының маҡсаты - буласаҡ абитуриенттарға дөрөҫ һөнәри йүнәлеш биреү, тарих һәм бөгөнгө ысынбарлыҡҡа таянып илһөйәр йәштәр тәрбиәләү.

Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө, Нуриман районында урынлашҡан «Авиатор» һауыҡтырыу үҙәгендәге ял үҫмерҙәрҙе онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар менән байытҡан.Бынан тыш уҡыусылар авиация двигателдәре музейындағы ҡорамалдар менән танышҡан, техник йүнәлештәге һөнәрҙәр һәм ғмлми эҙләнеүҙәр менән ҡыҙыҡһынған. Университет сменаһында ҡатнашыусылар араһында юғары белем алыу өсөн башҡалабыҙ Өфөнөң юғары уҡыу йорттарын уҡырға инергә теләүселәр ҙә бар.

Беҙ профориентация буйынса тестар үттек. Улар аша ниндәй өлкәлә һөнәр һайлау мөмкинлеге хаҡында белдек. Университет тарихы, фәнни лабраториялары, музейҙары, ғалимдар эшмәкәрлеге менән таныштыҡ. Бында бик оҡшаны. Киләсәктә Өфө Фән һәм технологиялар университетында уҡырға инергә хыялланам.

Данил Федоров, Харцызск ҡалаһы 22-се мәктәбе уҡыусыһы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ