Улар йылғаның ике яғынан тороп бер ҡорамалға балыҡ ҡаптыра. Бында инде оҫталыҡ ҡына түгел, тәбиғәтте, ә иң мөһиме бер-береңде тоя белеү мөһим , ти улар. Ике ярҙан бер епкә балыҡ тотоу алымы боронғо булыуға ҡарамаҫтан, мөнәсәбәттәр, хистәр яңыра, ти Камил менән Гөлсәсәк. Ғаилә хәҙер йылдар дауамында төрлө йылғаларға балыҡҡа йөрөй.
Еләк тә йыймайҙар , бәшмәк тә, хатта сәскә лә . Камил менән Гөлсәсәк яланда сиңерткә баҫтыра. Иң һимеҙен генә, йәшелен генә һайлап тоталар.
Балыҡ сиңерткәгә яҡшыраҡ ҡаба , ти Камил. Шуға күрә йылға буйына төшөр алдынан етди әҙерләнә. Йәғни, яланда бөжәк баҫтырып йөрөү уңыштың муллығына туранан тура бәйле.
Сиңерткә етәрлек тотолғас ҡына балыҡсы йылға буйына төшә. Бында ла мотлаҡ ярҙамсы менән. Ҡатының менән булһаң тағы ла яҡшыраҡ, ти Камил.
Ярҙамсыһыҙ мөмкин дә түгел. Был ысул менән балыҡ тотоуҙа мотлаҡ ике кеше ҡатнаша. Бер балыҡсы ярҙа ҡалһа , икенсеһе кәмә менән ҡаршы яҡҡа сыға. Ҡармаҡ та икәү, ә бына ебе берәү.
Сиңерткәне ҡармаҡҡа нисек эләктереүең дә шарт, ти балыҡсылар. Был этапта һәр кемдең үҙ сере. Кемдер әйтемләй, кемдер төкөрә йә өшкөрә.
Артабан инде йырҙағы шикелле. Һыу өҫтөндә балыҡ уйнай, ә ике йөрәк бергә тибә таң атҡанын да һиҙмәй. Табыш уларҙың бергә ҡармаҡ уйнатыуынан тора.
Бындай ысул менән һәр төрлө балыҡ ҡаптырырға мөмкин, ти Камил. Тик ниндәй балыҡтың ҡасан һәм ҡайҙа ҡабырын белергә генә кәрәк. Ә был инде тәжрибә менән килә.
Был алым менән балыҡсылыҡ итеүҙең бер кире яғы бар-табышты нисек бүлергә. Хәйер, ике яҡ ярҙа тороуға ҡарамаҫтан бер ғаилә булһаң, был мәсьәлә борсомай.
Айнур Кәбиров






