Быйыл планға индерелгән 140 саҡырымдың 29 километрында ремонт тамамланған. Был турала Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Радий Хәбиров Өфө-Инйәр-Белорет, Өфө-Бөрө-Яңауыл трассаларында өлөшләтә ремонт башҡарылыуын, Благовещен-Павловка юлы төҙөкләндерелеүен һәм туристар өсөн йүнәлеш күрһәтеүсе билдәләр урынлаштырылыуын телгә алған. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, эштәр дүртенсе кварталда тамамланырға тейеш.






