Ул Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының уҡыу үҙәге менән «IQ Лидер» мәктәбе тарафынан ойошторолдо. Байрамға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың балалары ла саҡырылды. Көн дауамында улар төрлө мәҙәни программаларҙа ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ян керешен тартып атыр алдынан, балалар хәүефһеҙлек техникаһын өйрәнә. Тәүге тапҡыр уҡ атыусылыр өсөн был бик тә мөһим, ти мәргән уҡсылар. Әсәле-ҡыҙлы Юлдашбаеваларҙың был өлкәләге тәжрибәһе етерлек. Республика кимәлендә ойошторолған бәйгеләрҙә һыналып бөгөн улар белгәнен башҡаларға өйрәтә.
Ата-бабаларҙан ҡалған шөғөлдө бөгөн үҫеп килеүсе быуын үҙләштерә. Ҡыҙыҡһыныуҙары ла көслө. Быны балаларҙың сиратлап тигәндәй уҡтан атырға теләүҙәренән аңларға була. Мәргәнлектә һынап ҡарау мөмкинлеге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының балалар уҡыу үҙәге менән «IQ Лидер» уңышлы балалар мәктәбе тарафынан тормошҡа ашырылды. Әлбиттә, ойоштороусылар тәҡдим иткән саралар ҙа тик бының менән генә сикләнмәне. Лагерға бөгөн ил һағында торған ир-егеттәрҙең балалары махсус саҡырылды.
Урында шулай уҡ «Ватан һаҡсылары» дәүләт фонды ағзалары ла эшләне. Был ойошма шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙҙың ғаилә ағзаларына төрлө яҡлап ярҙам итергә булышлыҡ итә. Фонд күптән түгел эш башлауына ҡарамаҫтан, бөгөн республикала дүрт тиҫтәләп координатор булдырылған. Төрлө ойошмаларҙың берлеге, берҙәмлегендә маҡсаттар һөҙөмтәле тормошҡа ашырыла. Үҫеп килеүсе быуын өсөн ул бик тә мөһим.
Азат Ғәлиуллин






