Һалым түләүҙең яңы ысулы. Хәҙер ҡаҙнаға аҡсаны «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша өйҙән сыҡмайынса күсерергә мөмкин. Яңы ысулдың үҙенсәлектәре менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова ҡыҙыҡһынды.
Яңы күпер урамындағы күп функциялы үҙәктә ишектән инеүселәрҙе мөләйем йөҙлө һалым инспекторы ҡаршылай. Ул һалым түләү тәртибе һәм уның яңы үҙенсәлектәре хаҡында буклеттар тарата. 2023 йылдан физик шәхестәр мөлкәт һалымдарын түләүгә белдереүҙәрҙе дәүләт хеҙмәте порталы аша ала башланы.
21 -25 августҡа тиклем «Һалым белдереүҙәре-»Дәүләт хеҙмәттәре аша»порталы акцияһы эшләй. Мобиль офистарҙа һалым органдары хеҙмәткәрҙәре граджандарҙы белдереүҙәр, ндфл, мөлкәт һалымдарын түләү буйынса бурыстарға талаптарҙы алыу буйынса дәүләт хеҙмәтенә тоташырға ярҙам итә. Бындай ысул клиенттарға уңайлы, ваҡытты экономияларға һәм һалымдарҙы һуңлатмай түләргә булышлыҡ итә.
«Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша һалым белдереүҙәре быйыл июль айынан индерелде. Был хеҙмәт граждандарға һалым түләүҙәр хаҡында тиҙ мәғлүмәт алырға һәм он-лайн форматта түләү мөмкинлеге бирә. Акция бөтә республика биәләмәләрендә лә үткәрелә.Мобиль һалым офистары эшләгән күп функциялы үҙәктәр офистары исемлеге менән федераль һалым хеҙмәте сайтында танышырға мөмкин.
Гүзәл Борханова






