«Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса Туймазы ҡалаһында тренажерҙар урынлаштырылды

Үҫмер егеттәр хәҙер телефондарына бик һирәк текләй. Уларҙың күп ваҡыттыры йорт ихатаһында, саф һауала үтә. Малайҙар турникта күтәрелеү буйынса ярышһа, кескәйерәктәр ҡулдарына таянып кәүәҙәһен күтәрә, ҡулдар бысрамай, майҙанға йомшаҡ япма түшәлгән. 450 квадрат метрлыҡ футбол майҙансығы туп һуҡҡанда бөгөлмәүсе биш метрлыҡ ҡойма менән уратып алынған. Бында баскетбол уйнарға ла мөмкин. Майҙансыҡ күбәләк формаһында эшләнгән. Ихата проекты яҙыусы Аксаков әкиәттәре темаһына арналған.

Шыма ғына таусыҡтан шыуыу кескәйҙәрҙең яратҡан уйыны. Тағы ла бер ихатала ҡамҡа бөжәге формаһындағы балалар майҙансығы алыҫтан үҙенә саҡырып тора. Уҙған быуаттың илленсе йылдарында һалынған йорттар араһындағы ихаталар күптән төҙөкләндерелмәгән булған. Ҡалалағы был ике ихатаны программа буйынса төҙөкләндереү өсөн 32 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ