Белем усаҡтарында ремонт эштәре тамамланыу алдында. Бынан тыш, янғынға ҡаршы тәртип тикшерелә. Уттан һаҡланыу системаһы, эвакуация юлдары, электр ҡоролмаларына иғтибар ителә. Сираттағы профилактик сара барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.
Янғын хәүефһеҙлеге маҡсатында хатта ишек киңлеге мөһим. Тәртипкә ярашлы, беренсенән, уларҙың тышҡа асылыуы мотлаҡ. Икенсенән, эвакуация юлында бер ниндәй ҙә әйбер ятмаҫҡа тейеш. Хатта йәйге каникулдар ваҡытында. Бигерәк тә ремонт ваҡытында төҙөүселәр кәрәк-яраҡтарын йыш ҡалдыра. Рейдтар ваҡытында был иң йыш осраған хаталарҙың береһе.
Төрлө янғынға ҡаршы өсөн төрлө ут һүндергес ҡулланыла. Ҡотҡарыусылар ҡоролмаларҙың төҙөклөгөн тикшерә. Үлсәү уғы йәшел зонала икән, тимәк, янғынға ҡаршы файҙаланырға мөмкин. Талаптар буйынса мәктәптең һәр ҡатында кәмендә 2 ут һүндергес булырға тейеш.
Рейд ваҡытында датчиктар, сигнализация төҙөклөгө тикшерелә. Төтөн һурғыс та ватыҡ булмаҫҡа тейеш.
Янғынға ҡаршы талаптар күп. Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан, мәктәптә ҡәтғи тикшереүҙәр үтә. Стеналарҙа янғын ваҡытында тәртип буйынса иҫкәрмәләр, эвакуация планы булыуы ла иҫәпкә алына.
Етешһеҙлектәр табылған осраҡта, мәктәп етәкселеге уларҙы тиҙ арала бөтөрөргә тейеш. Баш ҡаланың 1-се полилингваль мәктәбе иһә 1 сентябрҙә балаларҙы тыныс күңел менән ҡаршы алырға әҙер.
Яңы уҡыу йылына ун көндән кәмерәк ваҡыт ҡалып бара. Уҡыу барышы файҙалы ғына түгел, хәүефһеҙ ҙә булырға тейеш.
Рәзилә Ғиниәтуллина






