Башҡортостанда социаль эшҡыуарҙарға ярты миллионлыҡ гранттар таратыла

500 мең һумлыҡ финанс ярҙамға ғаризалар 24 августа ҡабул ителә башлай. Гранттар конкурсы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарҙар башланғысына ярҙам” милли проекты барышында үткәрелә. Грант алғандан һуң еңеүселәр өс йыл эсендә социаль эшмәкәрлеген дауам итергә һәм социаль предприятие статусын раҫларға тейеш. Аҡса биналарҙы ҡуртымға алыу һәм ремонт үткәреү, оргтехника, ҡорамалдар, сеймал һатып алыу, шулай уҡ лизингка, коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә йүнәлтелергә тейеш. Конкурсҡа документтар Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында 18 сентябргә тиклем ҡабул ителә.

Фото №1 - Башҡортостанда социаль эшҡыуарҙарға ярты миллионлыҡ гранттар таратыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ